

Башҡортостанда һайлауҙарҙың беренсе көнө аҙағына теркәлгән һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 31,89 проценты тауыш биргән. Был хаҡта 18 сентябрҙә республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов хәбәр итте.
«Был ярайһы яҡшы һөҙөмтә», — тип билдәләне Марат Ғәҙелов.
Ул өҫтәп әйтеүенсә, бөгөнгө көнгә ҡалалар араһында Нефтекама менән Салауат, ә райондарҙан Асҡын, Благовар, Ейәнсура, Салауат һәм Яңауыл райондары әүҙемлек күрһәткән.
Фото: Эдуард Кускарбеков.