

519-сы һайлау участкаһына 97 һәм 95 йәшлек ирле-ҡатынлы Мифтаховтар килгән. Уларҙың никахына 72 йыл!
Ә Ҡырмыҫҡалы районында 2308-се һайлау участкаһына иң беренсе 77 йәшлек Флүзә Хәсәнова килеп тауыш биргән.
2306-сы һайлау участкаһында 79 һәм 77 йәшлек ирле-ҡатынлы Әхмәҙиевтар ҙа тауыш биреүҙә ҡатнашҡан. Уларға ҡарап, һөйөүҙең барлығына инанаһың...
Стәрлетамаҡта йәшәүсе 97 йәшлек Антонина Федоровна Рус драма театрында урынлашҡан һайлау участкаһында тауыш биргән. Ул Бөйөк Ватан һуғышын кисерә, күп йылдар 26-сы мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләй. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Антонина Федоровна әлегәсә әүҙем тормош рәүешен алып бара, скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә.
Мең йәшәһен данлы өлкән быуын кешеләребеҙ!
Фото: ЦИК РБ.