

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк үҙ тауышын бирҙе, - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова. - Урындағы һайлау комиссияһы хеҙмәткәрҙәре уның өйөнә килде. Рәйфә Ғәбдрәүф ҡыҙы йәш быуынға бәхетле тормош, ә Тыуған илебеҙгә именлек теләне.
Уның иңдәрендә — оло тормош юлы һәм илебеҙҙең ысын тарихы. 1942 йылдың майында ул 1080-се зенит-артиллерия полкы составында фронтҡа китә. 1943 йылдан һуғыш тамамланғанға тиклем 679-сы зенит-артиллерия полкында хеҙмәт итә.
Демобилизацияланғандан һуң, Ауырғазы районының Балыҡлыҡүл мәктәбендә, бер аҙ ваҡыт районда инспектор булып эшләй. Иглин районына күскәндән һуң, 1963 йылдан Рәйфә Ғәбдрәүф ҡыҙы Красный Восход интернат-мәктәбендә хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләй. 1976 йылда хаҡлы ялға сыға.
Рәйфә Ғәбдрәүф ҡыҙының 39 балаһы, ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һәм тыуасары бар. Ул һуғыш юлдарын үтте, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеүҙә ҡатнашты, бер нисә быуынды тәрбиәләне. Бөгөн дә, 104 йәшендә, ул ысын гражданлыҡ яуаплылығы өлгөһө булып ҡала. Һеҙгә оло ихтирам менән баш эйәбеҙ, Рәйфә Ғәбдрәүф ҡыҙы! Һеҙгә һаулыҡ, йылылыҡ һәм яҡындарығыҙ янында оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото: https://vk.ru/wall645134136_55646