Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 17:45

"Герой әсә!"

Бәләбәйҙә йәшәүсе ҡатын - республикала «Герой әсә» исеменә лайыҡ булған ун өсөнсө ҡатын-ҡыҙ.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Герой әсә!""Герой әсә!"
"Герой әсә!"

Рәсәй Президентының Указы менән Белебей ҡалаһы гражданы Олеся Васильевна Шайморатова «Герой әсә» исеменә лайыҡ булды. Был юғары награда лайыҡлы әсәлек, өлгөлө балалар тәрбиәләү һәм демографик хәлде яҡшыртыуға шәхси ҙур өлөш индергән өсөн тапшырыла.

– Күп балалы ғаиләләр – Башҡортостандың ғорурлығы һәм көсө. Улар актив тормош позицияһын һайлай, йәш ата-әсәләр өсөн өлгө булып торалар һәм ҙур, ныҡлы ғаиләнең үрнәге булып хеҙмәт итәләр. Шуға күрә, Олеся Васильевна менән Ришат Рәшит улы Шайморатовтарҙың ошондай күркәм ғаиләләре беҙҙең илебеҙҙең әхлаҡи таянысы булып тора, – тип һөйләне Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Шайморатовтар ғаиләһе – берҙәмлек һәм быуындар бәйләнеше үрнәге. Оло балалар һайлаған һөнәрҙәрендә уңышлы, волонтерлыҡ хәрәкәттәрендә һәм хәрби-патриотик йыйылыштарҙа ҡатнаша, кесе туғандарға өлгө күрһәтә: Игорь транспорт электроҡорамалдары заводында хеҙмәт етәксеһе, Артур, Тимур һәм Анна тренерҙар булып эшләй, Маргарита ижади юлды һайлап, фотограф булып эшләй, Оскар һәм Василиса студенттар, Злата һәм Архат мәктәптә уҡый, Алиса тиҙҙән беренсе класҡа барасаҡ.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/29628/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова