

Белорет район-ара тәфтиш бүлеге тарафынан йыйылған дәлилдәр суд тарафынан 17 йәштән 24 йәшкә тиклемге алты урындағы кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек тип танылды. Һәр береһенең роленә һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, улар мутлашыуҙа, разбойҙа, аҡса талап итеүҙә, хулиганлыҡта, бәлиғ булмаған кешене енәйәт ҡылыуға йәлеп итеүҙә һәм иректе сикләүҙән ҡасыуҙа ғәйепле тип танылды (РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се өлөшө, 162-се статьяһы 3-сө өлөшө, 163-сө статьяһы 3-сө өлөшөнөң «б» пункты, 150-се статьяһы 1-се өлөшө һәм 314-се статьяһы 1-се өлөшө).
Тәфтиш һәм суд асыҡлауынса, 2025 йылда фигуранттарҙың береһе, интернет-магазиндың заказдар биреү пункты менеджеры булараҡ, үҙенең енәйәттәштәренә заказ ителгән тауарҙарҙы түләүһеҙ алыу мөмкинлеген тәьмин иткән, программаға тауарҙың кире ҡайтарылыуы тураһында ялған мәғлүмәттәр индергән. Зыяндың дөйөм суммаһы 140 мең һумдан ашып киткән. Менеджер был енәйәткә бәлиғ булмаған кешене лә йәлеп иткән.
Бынан тыш, енәйәтселәр урындағы кешенең өйөнә бәреп инеп, уға һөжүм иткән һәм 150 мең һумлыҡ мөлкәтен тартып алған, бәлиғ булмаған кешенән 1 миллион һум аҡса талап иткән, шулай уҡ урындағы кешене үлтереү менән янап, уның автомобилен урлаған.
Фигуранттарҙың береһе, элек хөкөм ителгән булыуына ҡарамаҫтан, иректе сикләү рәүешендәге язаны үтәүҙән ҡасҡан.
Суд өс фигурантты ҡаты режимлы төҙәтеү колонияһына 9, 8 һәм 5 йылға иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итте, тағы бер енәйәттәшкә 3 йыллыҡ һынау ваҡыты менән шартлы рәүештә 3 йыл бирелде, 17 һәм 18 йәшлек ике йәш кеше 200 һәм 140 сәғәтлек мәжбүри эштәргә хөкөм ителде.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.