Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 09:54

Енәйәт эше судҡа ебәрелгән

Хәйбулла районында прокуратура судҡа үлем менән тамамланған юл-транспорт ваҡиғаһы тураһындағы енәйәт эшен ебәргән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Енәйәт эше судҡа ебәрелгәнЕнәйәт эше судҡа ебәрелгән
Енәйәт эше судҡа ебәрелгән

Хәйбулла районы прокуратураһы урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Ул «а», «б» пункттары буйынса РФ ЕК 264-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса ғәйепләнә (юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу, иҫерек килеш кешенең үлеменә сәбәпсе булыу, юл-транспорт ваҡиғаһы булған урынды ҡалдырыу менән бәйле).

Тәфтиш версияһы буйынса, 2026 йылдың июнендә ир иҫерек килеш «Лада Приора» маркалы автомобиль менән идара итеп, тиҙлекте арттыра һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 21 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Авария һөҙөмтәһендә егет вафат була, ә ғәйепләнеүсе ваҡиға урынын ташлап ҡаса.

Енәйәт эше Йылайыр район-ара судына ебәрелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова