Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 17:13

Бер ҡыҙыҡ булһын әле!

Ейәнсура районында 1931-се һайлау участкаһына әсә яңы тыуған сабыйы һәм өлкән балалары менән бергә тауыш бирергә килгән. Үҙҙәре менән бергә бесәйҙе һәм тауыҡты ла килтергәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер ҡыҙыҡ булһын әле!Бер ҡыҙыҡ булһын әле!
Бер ҡыҙыҡ булһын әле!

Әсә бюллетендәрҙе тултырғанда, өлкән балалар мәғлүмәт плакаттарын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, ә ғаиләнең йөнлө һәм ҡанатлы ағзалары процедураның тамамланыуын түҙемлек менән көтә. Һайлау комиссияһы шаяртыуҙы аңлап ҡабул итә.

Тауыш биреү уңышлы үтә, бюллетендәрҙә билдәләр ҡуйыла, ә йорт күҙәтеүселәре йөрөүҙән ҡәнәғәт ҡала. Бына ул ҡайҙа берҙәмлек!

Фото: ЦИК РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова