Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 07:00

«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!

Билдәле блогер Миләүшә Шәйхлисламова тағы ла яратҡан яҙылыусыларын шаҡ ҡатырҙы!  Хатта әлеге һөнәренән үҙе лә шрок кисерҙе.

«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!
«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!

 

— Хәҙер мин шәп-кондитер! — тип белдерҙе Миләүшә. — Бөгөн мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр торт бешерәсәкмен!

Блогер быға тиклем ҡамыр аштарының һәм татлы ризыҡтарының бер ҡасан да уңмауын йәшермәй. Шуға күрә был юлы ул эшкә етди тотонған: кибеткә барып, махсус ингредиенттар, миксер һәм бешереү формаларын һатып алған. Аш-һыу бүлмәһендәге ысын «тылсымдан» һуң, тәмле кремлы торт барлыҡҡа килә!  

— Мин үҙ күҙҙәремә ышанмайым! Торт бешереү ҡыҙыҡлы ғына түгел, ҡатмарлы ла түгел икән, — тип ҡыуана блогер. Тәм-томдо иң беренсе булып ире Альберт ауыҙ иткән һәм ҡатынының беренсе торто шундай тәмле килеп сығыуына шаҡ ҡатҡан!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас