Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентября , 06:45

13 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләй

 Башҡортостанда  һайлауҙарҙы төрлө һөнәр эйәләренән торған 13 мең йәмәғәт күҙәтеүсеһе күҙәтә.

Добавить в предпочтительные источники Google

  Улар тауыш биреү барышын күҙәтеп, граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын яҡлай һәм был сараның асыҡ, ғәҙел үтеүенә яуап тота.

Был хаҡта БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина белдерҙе.Тауыш биреү көндәрендә күҙәтеүселәрҙең бер өлөшө блогерҙар кеүек эшләйәсәк- социаль селтәрҙәрҙә һайлау барышын реаль ваҡытта яҡтыртасаҡ. Улар һайлау участкаларынан тура трансляциялар алып бара.

  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 3250 һайлау участкаһы эшләй. 1 июлгә ҡарата  2 миллион 955 мең һайлаусы иҫәпләнгән.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина