Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентября , 05:13

Муттар ҡулындағы "уйынсыҡ"

Оло йәштәге ирҙе муттар террористҡа әйләндергән...

Добавить в предпочтительные источники Google
Муттар ҡулындағы "уйынсыҡ"Муттар ҡулындағы "уйынсыҡ"
Муттар ҡулындағы "уйынсыҡ"

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, Октябрьский ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуҙа - полицияның машинаһын яндырыуҙа шикләнелгән кешене тотҡан.

7 сентябрҙә көндөҙ енәйәтсе 35-се микрорайондағы күп фатирлы йорт ихатаһына килгән, автомобилгә яныусан шыйыҡса һипкән һәм ут төрткән. Шул уҡ ваҡытта үҙенең эш-ғәмәлдәрен телефонға видеоға төшөргән.

Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 205-се статьяһының 1-се өлөшөнә ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған («Терроризм акты»). 

Республика Эске эштәр министрлығының оператив подразделениелары хеҙмәткәрҙәре Октябрьский ҡалаһы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте идаралығы менән берлектә енәйәттә шикләнелгән кешенең шәхесен асыҡлаған.

Ул 1957 йылғы урындағы кеше булып сыҡҡан. Ирҙе тотҡандар һәм тәфтиш эштәре үткәреү өсөн полиция бүлегенә килтергәндәр.

Һорау алыу барышында ир үҙенең бынан алда мутлашыусылар тарафынан яҡынса 700 мең һумға алданғанын аңлатҡан. Һуңынан телефон аша шылтыратыусы аферистар, аҡсаны кире ҡайтарыуҙы вәғәҙә итеп, унан автомобилгә ут төртөүҙе талап иткән.

Әлеге ваҡытта тәфтиш эштәре дауам итә. Яҡын арала тотолған кешегә ҡарата һаҡ аҫтына алыу йәки башҡа процессуаль сара һайланасаҡ.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 205-се статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәтте ҡылыу өсөн 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: әгәр һеҙгә автомобилгә ут төртөргә йәки башҡа законһыҙ ғәмәл ҡылырға тәҡдим итһәләр, был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәк.

Законға ярашлы, әҙерләнеп ятҡан енәйәт тураһында хәбәр иткән һәм уны булдырмауға һәм асыуға булышлыҡ иткән кешеләр енәйәт яуаплылығынан азат ителә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова