

Бөгөн, 16 сентябрҙә: урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ, көндөҙ йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында урыны менән көслө булыуы ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +20, +25 градус буласаҡ.
Иртәгә, 17 сентябрҙә: ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән, талғын, көндөҙ урыны менән көслө булыуы бар. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ +16, +21 градус тәшкил итәсәк.