

Рөстәм инвалидтар коляскаһын тик ҡулдары менән генә идара итеп, тулы марафон дистанцияһын — 42,2 километрҙы үтте. Ул финишҡа биш сәғәттән саҡ ҡына күберәк ваҡытта килеп етте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ярыш алдынан спортсы бөтөнләй тигәндәй ял итеп өлгөрмәгән. Әлмәттән ул өйөнә таңғы сәғәт биштәр тирәһендә ҡайтып төшкән, ә иртәнге сәғәт туғыҙҙа инде стартҡа баҫҡан.
Арыу-талыуға ҡарамаҫтан, Рөстәм бөтә дистанцияны үтеп сыҡты һәм яңы шәхси рекорд ҡуйҙы. Сағыштырыу өсөн: йүгереүселәр марафонды уртаса 4,5 сәғәт тирәһендә үтә.