

Күрһәтелгәнбоҙоуҙар Рәсәй Федерацияһы административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Кодексының 18.10-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тип квалификациялана.
Рәсәйҙә сит ил граждандарын хеҙмәт эшмәкәрлегенә законһыҙ йәлеп иткән эш биреүсе шулай уҡ РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 18.15 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был ҡағиҙә боҙоу өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған: физик шәхестәр өсөн – 2 меңдән 5 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн – 25 меңдән 50 мең һумға тиклем; юридик шәхестәр өсөн – 250 меңдән 800 мең һумға тиклем, йәки эшмәкәрлекте 14 көнгә тиклем туҡтатыу мөмкинлеге бар. Был саралар хеҙмәт миграцияһы тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.