Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября , 05:05

Үлемесле авария...

Стәрлетамаҡ районында һәләк булған кеше менән юл фажиғәһе теркәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үлемесле авария...Үлемесле авария...
Үлемесле авария...

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ–Салауат автомобиль юлының 26-сы саҡрымында «Лада Гранта» машинаһының 63 йәшлек водителе картуф тейәлгән прицеп составында хәрәкәт итеүсе мотоблок менән бәрелешкән. Көслө бәрелеш һөҙөмтәһендә 55 йәшлек мотоблок водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем ваҡиға урынында тән йәрәхәттәренән вафат була. Уның 48 йәшлек пассажиры Стәрлетамаҡ ҡалаһының дауаханаһына оҙатылған. Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Фото: https://web.max.ru/-70955893563411

 

Үлемесле авария...
Үлемесле авария...
Автор:Баныу Ҡаһарманова