Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября , 03:45

Көндәр һалҡынайтамы?

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Көндәр һалҡынайтамы?Көндәр һалҡынайтамы?
Көндәр һалҡынайтамы?

Бөгөн, 15 сентябрҙә, Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° буласаҡ.

Иртәгә, 16 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, көндөҙ йәшен йәшнәүе фаразлана. Ел көньяҡтан уртаса тиҙлектә, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүе ихтимал. Һауа температураһы төнөн +8,+13, таулы райондарҙа +3, көндөҙ +20,+25° етәсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова