Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября , 06:35

Фатима туғайы

Йылайыр районында, йәмле Һаҡмар буйында «Фатима туғайы» тигән бер ер бар. Бик матур ер инде: барып төшһәң, киң туғай урман менән барып тоташа. Тарихы ғына үкенесле. Элек, ҡаҙаҡтар менән башҡорттар дошман булып, бер-береһенә яу сапҡан замандарҙа, ҡаҙаҡтар йәш кенә Фатима тигән ҡыҙҙы урлап алып китәләр. 3–4 йыл үткәс, ҡаҙаҡ далаларында Фатима бала таба. Тыуған яғын һағынғанмы, әллә ҡаҙаҡтар ыҙалатҡанмы — Фатима йәш балаһын алып ҡасып китә. Ҡаҙаҡтар баҫтырып, Һаҡмар буйында был ҡыҙҙы тоталар. Мәсхәрәләп, туҡмап, балаһы менән ҡуша үлтереп, туғайға күмеп китәләр. Шунан ҡалған да инде «Фатима туғайы» тигән исем. Олатай колхоз ваҡытында йәйгеһен малдарҙы шул яҡта алып барып көтә торғайныҡ, тиер ине. Төн етһә, шул туғайҙа гел бала илаған тауыш ишетелә, үкһеп-үкһеп илай, тип һөйләне. Әллә беҙ йәш булғанға ышанманыҡ, әллә олатай ҡурҡыта тип кенә ҡолаҡ араһынан үткәрә торҙоҡ. Армия сафына барып ҡайтҡандан һуң, бер көн дуҫ егет менән гәпләшеп ултырғанда, шул тарих иҫкә төштө. — Кискә ҡарай, әйҙә, барып тикшерәйек, ысынмы, юҡмы? — тип йыйына башланыҡ. Палатка, сәйнүк һәм тәм-томдо машинаға һалып алып, юлға сыҡтыҡ. Бик матур туғай. Палатка ҡорҙоҡ. Шарт та шорт килеп утын яна, таған өҫтөндә бызырлап сәй ҡайнай. Яр буйында осоноп һандуғас һайрай. Кинәнеп һыу индек. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланып, сәй шөрпөлдәтәбеҙ. Моңайып ҡына тулған ай ҡалҡты. Дуҫ егет бер ялтыр шешә лә сығарҙы: — Для храбрости, — тине. Һөйләшә-һөйләшә шешәне бушата барабыҙ. Нимәгә килгәнде лә онота башланыҡ инде. Бер ваҡыт дуҫ егет: — Ишетәһеңме? — тине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фатима туғайыФатима туғайы
Фатима туғайы

Ҡолаҡты локатор һымаҡ итеп, тыңлай башланым.

Эйе, урман эргәһендә тауыш ишетелә ине.

Бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ.

Шайтан һыуы үҙенекен итте — барып ҡарарға булдыҡ.

Фонарик тотоп торҙоҡ та, был ай яҡтыһында былай ҙа һәйбәт күренә тип, алмаҫҡа булдыҡ. Икебеҙҙә лә күҫәк. Яйлап барабыҙ. Тауыш көсәйә. Әйтерһең, берәү ер аҡтара.

Сыйылдаған тауышҡа терт итеп ҡалдыҡ.

Ҡыр сусҡаһы балалары менән ҡасып китте.

— Эй, Аллам, ер аҡтарып, танауҙары менән тамыр ашап йөрөгәндәр икән, — тип бер-беребеҙҙән көлә-көлә торғанда, палатка эргәһендә бала илап ебәрҙе.

Тиҙ генә палатка менән усаҡ яғына ҡараныҡ. Усаҡ яҡтыһында шәүлә үтеп киткәндәй тойолдо.

Илаған сабый тауышы тынмай, тик ныҡ итеп үкһей.

Тоттоҡ та усаҡ янына йүгерҙек. Барып етеү менән илаған тауыш алыҫлашты. Урман яғынан сыға бит.

Шул ваҡытта ла араҡы үҙенекен эшләне. Фонариктарҙы алдыҡ та йүгерҙек тауыш артынан.

Беҙ баҫтырабыҙ, илаған тауыш күсә бара. Урман араһына, сытырлыҡҡа инеп киттек. Юҡ, ҡыуып етеп булмай.

Баҫтырып оҙаҡ ваҡыт үткәндер. Ташҡа эләгеп йығылдым, дуҫ егет тә туҡтаны.

Тороп, тирә-яҡты байҡаһаҡ, ай нурында һерәйешеп, таштар тора.

Эйе, был борондан ҡалған зыярат ине.

Илаған тауыш тынмай, киреһенсә, яҡынлаша башланы.

Ағас баштарынан көслө ел үтте. Аҫта ел юҡ, ә ағас баштары һынырҙай булып сайҡала башланы.

Хәҙер инде беҙ дуҫ егет менән ҡаса башланыҡ. Илаған тауыш арттан ҡалмай, көслө ел менән бергә килә.

Туғай ситенә килеп сыҡтыҡ. Машина күренде.

Йүгереп килгән ыңғайға машинаға һикереп ултырҙыҡ. Беҙҙең ҡурҡыу машинаға ла күсте буғай — тиҙ генә тоҡанып китте.

Ҡуҙғалып киттек.

— Баҫ! — тип дуҫ егеткә ҡысҡырам.

Машина йөрөмәй ниңәлер, ауыр машинаға, ти.

Мин ултырған яҡтан бер нимә килеп төкөгәндәй булды. Машина сайҡалып китте.

Шоссе юлына килеп сығыуыбыҙ булды — әйтерһең, ниндәйҙер көс машинаны ебәрҙе.

Машинабыҙ саң борҡотоп, урынынан тиҙ генә тиҙлек йыйып, алға ырғыны.

Башҡа Фатима туғайына барманыҡ. Палатка менән сәйнүк шунда ятып ҡалды.

Ниндәйҙер тойғо беҙҙе унда башҡа ебәрмәне..

Тағын барһаҡ, беҙҙе көтөп торған һымаҡтар...

Автор:Гөлнара Солтанова