Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентября , 05:40

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы

Радий Хәбиров үтә ашығыс рәүештә махсус режим индерҙе. Рәсми документҡа ҡул ҡуйылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимыБашҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл режимы

Башҡортостанда уңыш һәләк булыу сәбәпле, ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Тейешле эш ҡағыҙына республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Мәғлүмәт хоҡуҡи порталында баҫылған документҡа ярашлы, Бәләбәй, Бүздәк, Краснокама, Тәтешле, Өфө, Шишмә һәм Яңауыл райондары биләмәләрендә 2026 йылдың 7 июленән 31 авгусына тиклем тыуған хәл ғәҙәттән тыш тип танылды. Ғәҙәттән тыш хәл режимы 30 сентябргә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, шулай уҡ муниципаль райондар хакимиәттәренә тупраҡтың үтә ныҡ дымланыуы, ҡойоп яуған ямғырҙар, көслө ел һәм эре боҙ-борсаҡ яуыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар планын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итәсәк.

Төбәктең район хакимиәттәренә, тармаҡ ойошмалары һәм крәҫтиән хужалыҡтары етәкселәренә тупраҡтың үтә ныҡ дымланыуы һәм насар көн торошо эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде. Улар 25 сентябргә тиклем Ауыл хужалығы министрлығына уңыштың һәләк булыуынан килгән зыянды һәм уларҙы һәләк булғанға тиклем үҫтереүгә тотонолған сығымдарҙы нигеҙләгән документтарҙы ебәрергә тейеш.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , ауыл хужалығы министры Илшат Файзрахманов эш ҡағыҙының үтәлешен контролдә тотасаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова