Иҫкәртеү тигәндә, һүҙ ауырыуҙарҙы профилактикалау тураһында бара. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Терапия һәм профилактика медицинаһы милли медицина тикшеренеүҙәре үҙәге мәғлүмәттәренсә, Башҡортостан диспансерлаштырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында иң алдынғы өс төбәк исемлегенә инә.
Баһалау өсөн диспансерлаштырыу һөҙөмтәлелегенең композит индексы (КИЭД) файҙаланылған. Ул иҫкәртеү эштәре йомғаҡтарын анализлау мөмкинлеге бирә. Беҙҙә КИЭД 124,5 балл булған. Рәсәйҙә уртаса - 80,3.
Белеүегеҙсә, республикабыҙҙа диспансерлаштырыу эше яҡшы ойошторолған. Тик кешеләрҙең генә быға иғтибар итеүе, үҙ һаулығын хәстәрләүе шарт.