Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентября , 13:30

Яңы проект әҙерләнәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ҙур популяцияһын тергеҙеүгә ҡағыла.  

Яңы проект әҙерләнәсәкЯңы проект әҙерләнәсәк
Яңы проект әҙерләнәсәк

 Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ҙур популяцияһын тергеҙеүгә ҡағыла.

– Беҙ (Рус география йәмғиәтенең күсмә ултырышына) Ырымбурҙан коллегаларыбыҙҙы саҡырҙыҡ. Улар ҙа бик ҡыҙыҡлы проект – Пржевальский аты көтөүен тергеҙеү эшен алып бара. Ошо көндәрҙә шул хаҡта уйлап йөрөйөм. Беҙҙә үрсетеү һәм тергеҙеү өсөн идеаль шарттар бар, – тип билдәләне республика етәксеһе.

 Пржевальский аты планеталағы ҡырағай ат төкөмөнә ҡарай. Уның хаҡында 1878 йылда  Монголияға сәйәхәте ваҡытында  сәйәхәтсе һәм натуралист Николай Пржевальский тәүге тапҡыр яҙып сыҡҡан.

 

Фото : https://ria.ru/20220527/mongoliya-1791052069.html

 

 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас