

Бөгөн, 14 сентябрҙә, Октябрьский ҡалаһында «Ашығыс медицина ярҙамы» автомобиле ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был турала республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, Ленин һәм Кортунов урамдары сатында ҡабыҙылған яҡтылыҡ һәм тауыш махсус сигналдары менән килгән «Ашығыс ярҙам» машинаһы 31 йәшлек ир идара иткән «Ниссан-Стейдж» автомобиле менән бәрелешкән.
Водитель, ике фельдшер һәм ике пациент дауаханаға оҙатылған. Ваҡиғаның бөтә сәбәптәре асыҡлана.