Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября , 06:10

"Ватан көсө" форумының пленар ултырышы

Кисә Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бишенсе тапҡыр ойошторолған "Ватан көсө" республика форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Бында төбәк етәксеһе башланғысы менән 2021 йылда тормошҡа ашырыла башлаған «Атайсал» проекты тураһында фекер алыштылар.  

"Ватан көсө" форумының пленар ултырышы"Ватан көсө" форумының пленар ултырышы
"Ватан көсө" форумының пленар ултырышы

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында ойошторолған был күләмле сара 1000-дән ашыу кешене - меценаттарҙы, ирекмәндәрҙе, махсус хәрби операция геройҙарын, Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән яҡташтарҙы йыйҙы. Форум программаһында пленар фекер алышыуҙар, кәсептәр күргәҙмәләре, Милли костюм көнө хөрмәтенә этник шоу, асыҡ лекциялар, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыуҙар булды. Эш һигеҙ тематик майҙансыҡ буйынса ойошторолдо. Ҡатнашыусылар төбәк берләшмәләрен нығытыу, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү, туған телде һаҡлау, урындағы башланғыстарҙы һәм йәштәр потенциалын үҫтереүҙе тикшерҙе.

Пленар ултырыш алдынан Радий Хәбиров «Атайсал» проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған башланғыстар менән таныштырған күргәҙмәне ҡараны. Шулай уҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәп, тыуған яҡтарына ярҙам иткән билдәле яҡташтарыбыҙҙың фотопортреттары күргәҙмәһе менән дә танышты.

Башҡортостан Башлығы форумдағы сығышында һуңғы биш йылда яҡташтарҙың кесе Ватанына ярҙам күрһәтеү ҡоралы булараҡ уйланылған "Атайсал" проектының ысын мәғәнәһендә социаль хәрәкәткә әүерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо ваҡыт эсендә проектҡа 8 меңдән ашыу кеше ҡушылған, дөйөм суммаһы яҡынса 2 миллиард һумлыҡ 40 мең проект тормошҡа ашырылған.

- Был проектҡа тотонғанда уның уңышлы булырмы-юҡмы икәнен белмәй инек әле. Әммә беҙҙең илдә, республикабыҙҙа башҡаларға, мохтаждарға ярҙам итергә әҙер ҙур йөрәкле кешеләр барлығын ныҡлы аңланыҡ. Һәм был кешеләргә эштәре өсөн, исмаһам, рәхмәт әйтергә мөмкинлек биргән механизмды булдырыу дөрөҫ булыр ине, - тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында. - Был бик сағыу проект. Һүҙ ысын эшмәкәрлек тураһында бара, кешеләргә ысын мәғәнәһендә нимә ярҙам итеүе тураһында. Шул уҡ ваҡытта бында бер кем дә кешеләргә күпме өлөш индергәненә ҡарап баһа бирмәй. Ауылдарында мәктәптәр, балалар баҡсалары, сиркәүҙәр, мәсеттәр төҙөткән яҡташтарыбыҙ бар. Уларға рәхмәт әйтәбеҙ. Дөйөм эшкә бәләкәй генә булһа ла өлөш индереүселәргә лә рәхмәт белдерәбеҙ.

Республика етәксеһе шулай уҡ ноябрҙә Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында рухи-белем биреү үҙәге асыласағы хаҡында белдерҙе. Уның проектын Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов эшләгән.

Пленар ултырышта республиканан ситтә йәшәгән билдәле шәхестәребеҙ ҙә сығыш яһаны. Рәсәй геройы, илебеҙҙең Ҡораллы көстәр генерал майоры, Ҡалтасы районының почетлы гражанины Александр Панфилов, Салауатта тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, Санкт-Петербург ҡалаһының Кронштадт районы хакимиәте башлығы Андрей Кононов, Өфө егете, "Мир" дәүләт-ара телерадиотапшырыуҙар компанияһы рәйесе Радик Батыршиндар проект тураһындағы фекерҙәре менән бүлеште. Шулай уҡ ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша яҡташтарыбыҙ - Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев менән "Мәскәү. Кремль. Путин" тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы Павел Зарубин сәләмләне.

Форумдарҙа Әлшәй, Йәрмәкәй, Саҡмағош һәм республиканың башҡа район-ҡалаларындағы башҡарылған эштәр тураһында ла һөйләп үттеләр.

Сараны йомғаҡлап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙҙәренең кесе Ватанына ярҙам итеүгә тос өлөш индереп, «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас