Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября , 12:32

Уңғанбикәләр, тиҙ генә ҡабартма бешереп алайыҡмы?

Тәмлекәстең рецебын да тәҡдим итәбеҙ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңғанбикәләр, тиҙ генә ҡабартма бешереп алайыҡмы?Уңғанбикәләр, тиҙ генә ҡабартма бешереп алайыҡмы?
Уңғанбикәләр, тиҙ генә ҡабартма бешереп алайыҡмы?

Ярты литр ойоған һөткә 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ үҫемлек майы, 1 ҡалаҡ шәкәр, ярты балғалаҡ сода һәм самалап тоҙ һалып, яҡшылап бутарға. Бутауҙан туҡтамай ғына аҙ-аҙлап он өҫтәргә. 2 стакан ондо һалып бутағас, артабан тағы ла 2 стакан һалып, ҡамырҙы ҡул менән баҫырға. Артыҡ йомшаҡ булһа, тағы ла 0,5 - 1 стакан өҫтәргә.

Әҙер ҡамырҙы ярты сәғәт ултыртып торғас, 1 см ҡалынлыҡта йәймә йәйергә. Унан шаҡмаҡтар йәки түңәрәктәр ҡырҡып, үҫемлек майында ике яҙлап ҡыҙҙырырға.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова