Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября , 09:38

Луганск театры Өфөгә килә!

26-28 сентябрҙә улар Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә уйнаясаҡ. Өс көн рәттән иң яҡшы ҡуйылыштағы һәм тамашасыларҙы битараф ҡалдырмаҫлыҡ спектаклдәр Өфө тамашасыһы өсөн!  

Луганск театры Өфөгә килә!Луганск театры Өфөгә килә!
Луганск театры Өфөгә килә!

М. Голубович исемендәге Луганск республика академия музыка-драма театры Өфөгә гастролдәргә килә.

26-һы көнө гастролдәрҙе "Распятая юность" рок-операһы аса. Данлыҡлы "Йәш гвардия" әҫәре нигеҙендә либреттоны шағир Владимир Зайцев ижад иткән. Спектаклдең режиссеры - Анатолий Яворский, композиторы - Юрий Дерский, рәссамы - Виктор Горбулин.

Был спектакль "За жизнь" Бөтә Рәсәй патриотик спектаклдәр фестивалендә - "Иң яҡшы актерҙар ансамбле" наминацияһында еңеү яулаған һәм "Золотой Витязь" халыҡ-ара театр фестивалендә алтын призға лайыҡ булған.

27 сентябрҙә Пьера Шодерло де Лакло романы буйынса «Опасные связи» мюзиклы уйнала. Либретто авторы - Валерий Яременко, йыр текстарын Карен Кавалерян ижад иткән. Композиторы – Глеб Матвейчук, режиссёры – Анатолий Яворский. 18-се быуаттағы Париж аристократтарының тормошон, интригаларын һәм мөхәббәт тарихтарын бәйән иткән психологик драма-мюзикл бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ.

Был ике спектаклдең дә режиссёры – Анатолий Яворский, хормейстеры – Ирина Юсупова. Бейеүҙәрҙе Ольга Тарасенко һалған.

Луганск театры гастролдәрен 28 сентябрҙә Михаил Шолоховтын "Дон хикәйәләре" мотивы буйынса ҡуйылған «Бабий бунт» музыкаль комедияһы яба. Казак ирҙәре генә түгел, ҡатындары ла яугир холҡло булыуын дәлилләгән күңелле тамашаның режиссеры - Наталия Коваль, композиторы Евгений Птичкин, рәссамы - Николай Севидов.

Утлы-шанлы төбәктән килгән ижадсыларҙы, талантлы актерҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ, дуҫтар. Спектаклдәргә барып, уларға теләктәлек күрһәтәйек. Һәм әлбиттә, рәхәтләнеп ял итәйек.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас