Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября , 11:34

Кем ул, Мария Елгаштина?

Кисә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында уның тормош юлына арналған конференция үтте һәм иҫтәлекле стенд асылды.  

Кем ул, Мария Елгаштина?Кем ул, Мария Елгаштина?
Кем ул, Мария Елгаштина?

Театрға нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Мария Елгаштина ошо театрҙың барлыҡҡа килеүенә ҙур өлөш индергән шәхес. Уның ижады, таланты, театрға һөйөүе сәнғәт усағы тарихының мөһим өлөшөнә әйләнә.

Сара Мария Николаевна Ельгаштинаның тормошона һәм хеҙмәт юлына арналған конференция менән дауам итте. Саҡырылған белгестәр тамашасылар менән бергә уның биографияһы, ижады, Башҡортостандың театр сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө хаҡында фекер алышты.

Сәнғәт белгесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, П.М.Третьяков исемендәге премия лауреаты, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы белгесе Валентина Сорокина менән Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Павел Егоров Елгаштина тураһында бик ҡыҙыҡлы фактттар тураһында һөйләп үтте, уның ижадына байҡау яһаны.

Быйыл үҙенең 95-се ижад миҙгелен асҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тарихын барлау буйынса байтаҡ эштәр башҡара. Мария Елгаштина исемен мәңгеләштереү - шуларҙың береһе.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас