Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентября , 04:41

"Батырҙар ташы" прокатҡа сыға

Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһында төшөрөлгән. Был - режиссер Роман Пожидаевтың тулы метражлы тәүге эше.  

"Батырҙар ташы" прокатҡа сыға"Батырҙар ташы" прокатҡа сыға
"Батырҙар ташы" прокатҡа сыға

Фантастика элементтары булған мистик фильм 17 сентябрҙән Башҡортостан кинотеатрҙарында прокатҡа сыға. Әйткәндәй, ул Ҡазан ҡалаһында үткән "Алтын минбар" халыҡ-ара кинофестиваленең конкурстан тыш программаһында күрһәтелде лә инде.

Фильм Өфө ҡалаһында һәм Белорет районында төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе Наил һәм Динислам Сафиндар, Гөлсәсәк Зарипова, уйнай. Шулай уҡ унда республиканың билдәле артистары ла ҡатнаша. Операторҙар - Илдар Бикметов менән Владимир Жилко, музыкаль биҙәлеш - Камил Абдуллин.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас