

Программистар үҙ продукттарын — мәҫәлән, Bashkortsoft тәржемәсеһен, шулай уҡ видеоконтентты автомат тәржемә итеү һәм тауышландырыу технологияларын булдыра. Бынан тыш, «ЯКласс» платформаһында 265 теманы һәм бер миллиондан ашыу дәрес вариантын үҙ эсенә алған тулы башҡорт теле курсы булдырылған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров it-стартаптарға, студенттарҙың лингвистик яһалма зиһен өлкәһендәге проекттарына ярҙам итеү бурысын да билдәләне.
- Республикала юғары уҡыу йорттары махсус программалар, шул иҫәптән „Башҡорт теле (эксперт лингвистикаһы)“ үҫешә, уларҙа лингвистикала һәм мәғарифта яһалма зиһен технологияларын ҡулланыу өйрәнелә. Бындай комплекслы ҡараш республикаға тел мираҫын һаҡлап ҡалыуҙан тыш, ил халыҡтары телдәре өсөн EdTech-хәл итеү сараларын әҙерләү буйынса федераль майҙансыҡ булырға ла мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Премьер-министр урынбаҫары Олег Ли.
Бынан алда Башҡортостан башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты. Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында үткән сарала 140 мәктәп уҡытыусыһы, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм төбәк университеттарының профилле һөнәр студенттары ҡатнашты.
2026 йылда телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү дәүләт программаһына Башҡортостан бюджетынан 778,2 миллион һум йүнәлтелгән. Төбәктә яңы полилингваль мәктәптәр һәм балалар баҡсалары асыла, грант ярҙамы киңәйтелә, яңы уҡыу материалдары, цифрлы курстар, һөнәри конкурстар һәм педагогтарға ярҙам саралары индерелә.