

Өфө Рәсәйҙең биш ҙур ҡалаһы иҫәбенә инде. Унда 4,9 ГГц диапазонында тәүге киң масштаблы гигабитлы 5G селтәренә инеү мөмкинлеге асылды. Секундына 1,5 Гбитҡа тиклем иң юғары тиҙлеккә эйә булған селтәр 4,9 ГГц диапазонын тәьмин иткән 5G-смартфондар ҡулланыусылар өсөн Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Новосибирскиҙа, Екатеринбургта һәм Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләй башланы. Ил ҡалаларында мобиль интернетты үҫтереү — «Мәғлүмәттәр иҡтисады» милли проектының төп бурыстарының береһе.
— Был республикабыҙ өсөн мөһим ваҡиға. Өфө — ошо масштаблы проектҡа ингән ҡалаларҙың береһе. Яңы коммуникация стандарты баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн мәғлүмәтте һәм дәүләт хеҙмәттәрен алыу тиҙлеген яңы кимәлгә күтәрергә мөмкинлек бирәсәк. 5G менән ҡаплау зонаһын киңәйтеү буйынса МТС компанияһы менән берлектәге эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, — тип хәбәр итте БР дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.
Өфөлә гигабитлы 5G селтәре Каруанһарай янында — мәҙәни мираҫ объекты һәм ҡала йәмәғәт тормошоноң төп үҙәктәренең береһе булған урында эшләй башланы. МТС шулай уҡ абоненттар иң күп тупланған урындарҙа ғәмәлдәге 2100 МГц LTE йышлыҡтарында селтәрҙе этаплап сафҡа индереүгә тотондо. Артабан ҡаплау зонаһы киңәйәсәк, һәм был Өфөнөң күберәк халҡына һәм ҡунаҡтарына 5G мөмкинлектәрен файҙаланырға юл асасаҡ.
Фото: Контента | Инфоповод