

Анон. Хәйерле көн барығыҙға. Беҙҙең менән булған хәл тураһында хөйләгем килә. Әсәйем мәрхүмә пенсияға сыҡтыла мин ауылға ҡайтам йәшәргә тине. Шуға ла тыуған ауылында бер өйҙө һатып алдыҡта ул шунда йәшәй башланы. Өйҙө, мунсаһын ремонтланыҡ. Отпускымда әсәйем янына ҡайтып ятырға булдым. Әсәй янында рәхәт бит ул. Үҙемде бала кеүек тойҙом. Ул мине хәленән килгәнсә һыйланы, һөйләшәбеҙ, бала саҡты иҫләп көләбеҙ, таныштарҙы иҫләйбеҙ. Кис етәрәк миңә әйтә – бында домовой бар! Ҡуркытма мине тинем. Тәнем буйлап электричество уткән һымаҡ булды. Ҡуркма ул һәйбәт ул тине – беҙ бергә телевизор ҡарайбыҙ ҡай ваҡыт! Ҡуркмай торғаның бармы? Нык ҡурҡтым. Беренсенән домовой тигәнән ҡурҡтым, икенсенән әсәйем өсөн ҡурҡтым - әллә яңылыша башланғанмы тип. Ҡурҡыуҙан әсәйем менән йоҡларға яттым хатта. Былай тыныс йоҡланым. Икенсе көндө мин китап уҡып яттым, әсәйем телевизор ҡараны. Ул саҡта Клон сериалы бара ине. Шуны бигрәк яратып ҡараны. Йоҡо баҫа башлағас тышҡа сығып инәйем тип башты ҡалҡытһам әсәйем янында диванда үтә күренмәле бәләкәс кенә йомро йөнтәҫ нимәкәйҙер ултыра! Ҡыбырлағанымды тойопмо, ишетепме күҙ алдында юҡ булды. Уфф, күҙемә күренде ҡурҡҡанға тип үҙемде тынысландырҙымда әсәйемә әйтәм - әйҙә бергә тышҡа сығып инәйек. Ул минең менән тышҡа сыҡҡас әйтәм – һинең яныңда йөнтәҫ нәмәкәйҙе күрҙем, юҡҡа миңә домовой тураһында әйттең, хәҙер ҡурҡып тик йөрөлә, күҙгә теләһә нимә күренә тинем. Ана шул домовой - унан ниңә ҡурҡаһың бер зыяны юҡ ти. Шунан алып әсәйемдән бер тотам ҡалмай, өйҙә бер үҙем ҡалмай ҡурҡып йөрөнөмдә бер аҙнанан үҙебеҙгә ҡайтып киттем. Зыяны юҡ тиһә лә шомло, ҡурҡыныс! Бер көндө ялға семья менән ҡайтһаҡ әсәйем әйтә: – Йоҡлап ятһам бер мәлдә кухнянан З.-ә, З.-ә тигән нәҙек кенә тауыш ҡолағыма ишетелде. Кемдер исемемде өндәшә. Уянып китһәм өйҙө төтөн баҫҡан. Мейесте яҡшылап ҡарамайынса томалағанмында. Саҡҡа тышҡа сыҡтым – сыҡтым да йығылдым иҫте юғалтып. Ағыуланып өлгөргәйнем. Шунда тағы З.-ә, З.-ә тигәнде ишетәм. Тор тип әйтә һәм иҫемә килдем. Тын алғас өйҙө елләтеп алдым. Домовойға рәхмәт – уятты. Әсәйем өсөн борсолоп әллә кире ҡалаға ҡайтаһыңмы тип һораныҡ. Юҡ ҡайтмайым - миңә бында тыныс тине. Кисен бөтәһелә йоҡлап киткәс домовойға әсәйемде ҡотҡарған өсөн бар-бар күңелдән рәхмәт әйттем, күҙемдән йәштәр атылып сыҡты хатта. Инде йоҡлап китер саҡта кемдер һаҡҡына итеп башымдан һыйпаған һымаҡ булды! Шунан һуң ҡурҡыуым бөттө! Әсәйем вафатына саҡлы ауылда йәшәне шулай. Домовой тураһында тик матур һүҙҙәр генә һөйләне. Аҙаҡ өйҙө һаттыҡ. Хәҙер унда кемдәр йәшәйҙер. Әсәй булмағас ауылға ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Зыяратҡа ғына барабыҙҙа ауылға теймәй ҡайтабыҙ. Әсәйемде һуңғы юлға оҙатҡаста, өйҙө һатҡандала домовойға рәхмәттәр уҡыным. Яңы хужалар һинең кеүек һәйбәт булһындар тип теләнем. Әсәйемә иптәш булдың тип рәхмәт әйттем. Риза булғандыр моғайында.
Ошондай һәм башҡа ҡыҙыҡлы яҙмаларҙы уҡырға "Ғәләмәт донъя"ға рәхим итегеҙ: https://max.ru/channel_galamatdonya
Фото: Яһалма зиһен.