Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 13:27

Вайымһыҙлыҡ

Бәләбәй районында 17 йәшлек егет автомобиль урлауҙа ғәйепләнә. 

ВайымһыҙлыҡВайымһыҙлыҡ
Вайымһыҙлыҡ

Машина хужаһы асҡысты автомобиль эсендә ҡалдыра. Икенсе көндө бамперҙың йәмшәйгәнен күрә лә, кемдер бәрелгәндер, тип артыҡ әһәмиәт бирмәй. 

Һуңыраҡ тиҙлекте арттырған өсөн штраф ала. Шул саҡта ул полицияға мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, 17 йәшлек үҫмер уның машинаһын урлап, төндә ҡала буйлап йөрөй. Юлда бағанаға бәрелә, әммә хәрәкәтен дауам итә, һуңынан машинаны кире урынына ҡуя.

РФ ЕК 166-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас