

Осрашыу алдынан республика етәксеһе спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Радий Хәбиров Башҡортостанда физик культура менән шөғөлләнеү өсөн шарттар эҙмә-эҙлекле булдырылыуын, заманса спорт объекттары төҙөлөүен һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрелеүен билдәләне.
Ул һәр йәш спортсы өсөн остаздың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Әгәр һеҙҙең тренерығыҙ бар икән – был тормошта ышаныслы таяныс. Бәлки, тап ауыр мәлдәрҙә ул һеҙгә бирешмәҫкә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Һеҙҙе спортсы иткән кеше ул, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бер серемде асайым: минең бер хыялым бар – Башҡортостанда спорт көрәше буйынса Олимпия чемпионы үҫеп сығыуын теләйем.
Рәсәй Федерацияһы сенаторы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин йәш спортсыларҙы ил тарихын иҫтә тоторға һәм үҙ остаздарын ҡәҙерләргә саҡырҙы.
Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили юғары һөҙөмтәләргә юлдың остазға ышанысһыҙ һәм көндәлек тырыш хеҙмәтһеҙ мөмкин булмауын билдәләне.
Олимпия чемпионы Давид Мусульбес спортты үҫтереүгә иғтибар бүлгәне өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе һәм ҙур ярыштар үткәреүҙә республиканың ролен билдәләне.
Дискуссия барышында йәш спортсылар Олимпия уйындарына әҙерлек нисек үтеүе, еңелеүҙәрҙән һуң бирешмәҫкә, старт алдынан тулҡынланыуҙы нисек еңергә һәм көслөрәк дәғүәселәрҙән ҡурҡмаҫҡа кәрәклеге тураһында ҡыҙыҡһынды.
Хөрмәтле ҡунаҡтар үҙҙәренең еңеүҙәре хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, еңелеүҙәрҙең нимәгә өйрәткәнен һөйләне һәм ҡатнашыусыларға үҙҙәренә ышанырға, тренерҙарын хөрмәт итергә һәм маҡсаттарына табан юлдан бер ҡасан да туҡтамаҫҡа теләк белдерҙе.
Билбау көрәше буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Артур Зөлҡәрнәев башҡорт милли көрәшен артабан үҫтереү буйынса тәҡдим менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы республика был спорт төрөн артабан да хуплауын һәм үҫтереүгә ярҙам итеүен дауам итәсәген билдәләне.
Радий Фәрит улы шулай уҡ башҡорт спортсыларының киләһе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында Рәсәй йыйылма командаһы составында ҡатнашасағын хәбәр итте. Ә 2028 йылда Өфөлә ШОС Уйындары үткәреләсәк. Башҡортостан баш ҡалаһына Ҡытай, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәре йыйыласаҡ.
Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы дәүләт наградалары тапшырҙы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.