Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 12:23

«Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы»

Әбйәлил районының Хәмит ауыл мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы менән берлектә Милли кейем көнөнә арналған «Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы» тип аталған бай йөкмәткеле сара - Әбйәлил оҫталарының осрашыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыу семинары ойошторолған. Был турала беҙгә ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе, китапханасы Ҡәҙриә Шаһыбалова хәбәр итте. 

Добавить в предпочтительные источники Google
«Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы»«Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы»
«Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы»
- Осрашыуҙың маҡсаты — башҡорт халҡының милли кейеме, ҡул эштәре, боронғо ҡомартҡылары һәм халыҡ мираҫына булған хөрмәтте арттырыу, уларҙы һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү булды, - тип яҙа Ҡәҙриә. - Сараға килеүселәрҙе тәүҙә 83 йәшлек Мөлөкова Шәмсиә үҙ йортона саҡырҙы. Шәмсиә апай ҡунаҡтарҙы шат йылмайып, «Юлдаш радиоһы» моңдары аҫтында, самауыр ҡайнатып, тәмлекәстәр әҙерләп ҡаршы алды. Хужабикәнең ихласлығы, йылы һүҙе һәм ҡунаҡсыллығы барыһын да үҙенә йәлеп итте. Хәмит ауылында бөгөнгәсә мейес менән ҡулланыуҙары ла ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Түрҙә ултырған ҙур мейескә иғтибар иткән ҡунаҡтарға Шәмсиә апай уның үҙ ҡулдары менән сығарылыуын әйтеп үтте. Өйҙө биҙәп торған сигеүле мендәрҙәр, сергетыш, 60-сы йылдарҙа килен булып килгәс үҙе менән алып килгән таҫтамал — барыһы ла айырым бер хәтирә, айырым бер ҡиммәт булып күҙгә салынды.

Артабан ҡунаҡтар ауылдың икенсе осонда урынлашҡан музейға юлланды. Был урынға килергә күптәр айырыуса ашҡынып торҙо — сөнки музейҙы күреү, боронғо донъяға бер аҙ ҡайтыу һәр кем күңелендә ҡыҙыҡһыныу һәм йылы хис уятты. Осрашыуға Сибайҙан, Өфө ҡалаһынан да ҡунаҡтар килгән ине. Бында уларҙы халыҡ сәсәниәһе итеп танылған Ҡасимова Илсиә ҡаршы алды. Шау сәскәгә күмелгән ихата, ихлас йылмайыу, күңелдән сыҡҡан йылы һүҙҙәр ҡунаҡтарҙы шунда уҡ үҙенә тартты. Уңайлы һәм тыныс мөхитле аласыҡҡа аяҡ баҫыуҙан уҡ элекке тормоштоң, ата-бабаларҙың ҡәҙерле хәтерен һаҡлаған боронғо әйберҙәр күҙгә салынды.

Бында бөгөн инде ҡулланылмай торған, ләкин ауылдың үткәне тураһында һөйләп торған ҡыҙыҡлы ҡомартҡылар бихисап ине: һарына ҡаҙыу өсөн кәрәк-яраҡтар, ҡулдан эшләнгән сайыр йыйыу воронкаһы һәм башҡа ҡомартҡылар. Төпкө өйҙә иһә үҙе бер тулы донъя асылды: көнкүреш мөйөшө, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым урындар. Ә ҡатын-ҡыҙҙар мөйөшө ҡунаҡтарҙың күңеленә айырыуса яҡын булды. Бында боронғо кейемдәрҙе тергеҙеүсе оҫталар еләндәрҙе, күлдәктәрҙе, балалар күлдәктәрен ҙур иғтибар менән күҙҙән үткәрҙе. Һәр биҙәк, һәр тегелеш, һәр туҡыма киҫәге аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының зауығы, сабырлығы һәм күңел нескәлеге сағылды. Илсиә апай музей эшен оҙаҡ йылдар ҙур һөйөү менән алып барған, боронғо әйберҙәрҙе һаҡлап ҡалған. Ул был изге эш киләсәктә улы Морат тарафынан дауам ителер тип өмөт иткән. Әммә яҙмыш ауыр һынау әҙерләгән: Морат Хәлил улы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана һәм ҡыҙғанысҡа ҡаршы һәләк була. Бөгөн музей уның исемен йөрөтә — был улға булған мәңгелек хәтер, хөрмәт һәм әсәнең йөрәк йылыһы билдәһе.

Музейҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар Хәмит ауылының күркәм тәбиғәте ҡосағы буйлап, Ҡағы йылғаһы аша мәҙәниәт йортона юлланды. Мәҙәниәт йорто алдына килеү менән ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре, ауылдың оҫта ҡуллы апайҙары, уҡыусы ҡыҙҙар таҡмаҡтар менән ихлас ҡаршы алды. Сараны халыҡ йыры менән Вилдан Зәйнишев матур һәм мәртәбәле итеп асып ебәрҙе. Байрамға ҡыҙҙарҙың моңло йырҙарыла, дәртле бейеүҙәр лә йәм өҫтәне.

Артабан ҡунаҡтар мәҙәниәт йортонда йыйылған оҫталар менән танышты. Иң тәүҙә ир-егет оҫталарына һүҙ бирелде. Ағас оҫтаһы Шәйхин Рәсүл үҙенең ҡул эштәрен теҙеп ҡуйған ине. Ул ағастан эшләнгән өҫтәлдәрен, семәрле һандығын, ултырғыстарын ҙур оҫталыҡ менән күрһәтте. Ағасҡа йән өргәндәй итеп яһаған был эштәре уның сабыр хеҙмәтен һәм талантын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Баһаутдинова Ғәҙилә сигеүле таҫтамал марафонында ҡатнашыуы менән дә танылған. Бында иһә ул һуғылған панноһын, ҡашмау һымаҡ эштәрен күрһәтте. Был эштәрҙә башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас нәфислек, зауыҡ һәм бөткөһөҙ сабырлыҡ сағылды.

Ғүмер буйы медицина өлкәһендә хеҙмәт иткән Абдуллина Гөлдәр үҙенең эштәре менән сәхнәне биҙәне. Мебель туҡымаһынан эшләнгән ҡорама әйберҙәр байрамға бер матурлыҡ өҫтәне.

Мөхәмәҙиева Айгөл, мөмкинлектәре с
икләнгән булыуға ҡарамаҫтан, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, семәрләп һүрәттәр сигә, бәйләм бәйләй, башҡорт стилендә балаҫтар һуға. Ҡунаҡтар уның эштәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, сөнки балаҫ һуғыусылар бөгөн бик һирәк осрай.

Ҡорама оҫтаһы Мырҙағәлина Зифа үҙенең эштәренең бер өлөшөн тәҡдим итте. Уның ҡорама әйберҙәрендә төҫтәрҙең килешле ҡулланылыуы, биҙәктәрҙең нәфислеге һәм зауыҡлы башҡарылышы шунда уҡ күҙгә ташланды.

Билдәле оҫта ҡуллы ҡунаҡтарыбыҙ ҙа буш ҡул менән килмәне. Мәҫәлән, юғары конкурстар лауреаттары Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова, Файза Мирхәйҙәрова үҙҙәренең бай образдары, кейем элементтары менән ентекләберәк таныштырып үтте, конкурстарҙа ҡатнашҡанда нимәгә айырыуса иғтибар итергә кәрәклеге тураһында файҙалы кәңәштәре менән уртаҡлашты. Әйткәндәй, яңы ғына Ҡазан ҡалаһында үткән Бөтә Рәсәй «Традиционный костюм народов России» фестиваль-конкурсында Гран-при яулаусы оҫтабыҙ Сәғиҙә Йәнбирҙина ла эштәре менән таныштырып үтте. Сәйҙә Муллағәлләмова тарафынан ғаилә ҡомартҡыһы булған бишмәт тә күрһәтелде — ул тура килтереп һыпайта күлдәктә теккән оҫта. Ҡунаҡтар уның туҡымаларҙан панно эшләүенә лә һоҡланды.

Оҫта ҡулдар етәксеһе Фәриҙә Сәлимйәнова үҙе эшләгән сергетыш менән таныштырҙы һәм ҡыҫҡаса оҫта ҡулдарға нисек килеп эләгеүе тураһында бәйән итте. Ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы: Әсләм Ғайсин үҙе һуҡҡан көмбәҙҙәрен, сулпыларын күрһәтте.

Өфө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Зөләйхә Рыскулова ла үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: “Хәмит ауылының китапханаһында, мәҙәниәт йортонда эшләгән уңған, рухлы, талантлы ҡыҙҙар Милли кейем көнөнә арнап ҙур байрам ойошторҙо. Беҙҙе, Әбйәлил оҫталарын, ошо сараға саҡырып ҡыуандырҙылар. Күптән Хәмиттәрҙе барып күрергә теләй инек. Шул хәтлем оҡшаны байрам, ҡыуанып ҡайттыҡ! Һәр минутын уйлап, килеп төшкәндән ҡайтып киткәнгә тиклем бер минутты ла бушҡа үткәрмәй, файҙалы һәм фәһемле булһын өсөн тырышҡандар ҡыҙҙар!” — тип билдәләне ул.

Был байрамды барып күрмәйенсә һөйләп бөтөү мөмкин түгел ине. Килгән ҡунаҡтарҙы ауылдың данлыҡлы музейына алып барып, тағы ла хайран иттеләр. Бына ҡайҙа ул башҡорттоң ҡомартҡы хазиналарын һаҡлаусыларҙың тырышлығы! Мәҙәниәт йорто алдынан уҡ ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары һәм уҡыусы ҡыҙҙары ҡунаҡтарҙы таҡмаҡтар әйтеп, бейеп, йырлап, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙай ҡаршыланылар. Ә клуб эсендә ауылдың уңғандары ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторған ине. Бөтә ҡунаҡтар ҙа, хужалар ҙа милли кейемдә булып, сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

Сара барышында ҡатнашыусылар араһында ихлас фекер алышыу ҙа булды. Ҡунаҡтар милли кейемдең мәғәнәһе, ҡул эштәренең ҡиммәте, ҡомартҡыларҙың әһәмиәте тураһында һөйләште, үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Бынан һуң байрам табыны ойошторолдо. Ҡунаҡтар бергәләп сәй эсеп, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, рәхәт һәм йылы мөхиттә таралышты.

«Оҫта ҡулдарҙа — халыҡ мираҫы» сараһы һәр кем күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырҙы. Был көн тағы ла бер тапҡыр күрһәтте: халыҡ мираҫы — ул ҡомартҡыларҙа ғына түгел, ә оҫта ҡулдарҙа, тырыш йөрәктәрҙә, ихлас ҡаршылауҙа һәм быуындар бәйләнешендә йәшәй.
 
Ҡәҙриә Шаһыбалованың матур яҙмаһына өҫтәп, шуны ла әйтергә кәрәк - сараларҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән рухлы, дәртле, һылыу китапханасы уңған хужабикә, алтын ҡуллы оҫтабикә лә. Милли кейем көнөнә арналған китаптар теҙмәһе янында уның үҙенең эштәре күрһәтелде. Ҡәҙриәнең милли кейем өлгөләре - бай һаҡал, Әбйәлил селтәре, уҡа иҙеү, әдрәс туҡыманан елән һәм һыпайта күлдәктәре өҫтәлде биҙәп торҙо. Бар яҡтан килгән һылыуға һоҡланмайынса мөмкин түгел! Афарин, Ҡәҙриә!
 
Фотолар ошонда: https://vk.ru/album-210232893_314438439
 
 
Фото: Ҡәҙриә Шаһыбалова.
Автор:Баныу Ҡаһарманова