

Рәсәй, Израил, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән белгестәр ҡатнашҡан сара Вуз-ара студенттар кампусының Геном Үҙәгендә үтте.
Конгресс Өфөлә 11 – 12 сентябрҙә үтә. Унда ике меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау системаһы вәкиле ҡатнаша. Сарала ҡатнашыусылар медицина ярҙамының сифатын һәм хәүефһеҙлеген күтәреү, һанлы технологияларҙы индереү һәм медицина ойошмаларында менеджмент системаһының сифатын үҫтереү тураһында фекер алыша.
Башҡортостан Башлығы форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өфөнөң икенсе йыл рәттән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур профессиональ сараны үткәреү майҙаны булыуын билдәләп үтте.
Республика етәксеһе үҙенең сығышында Башҡортостандың медицина белеме биреү, фән һәм клиник тәжрибә өлкәһендә илебеҙҙең алдынғы төбәктәре иҫәбенә инеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Бөгөн беҙҙең медицина учреждениелары сифатты контролдә тотоуҙың инновацион системаларын әүҙем ҡуллана. Беҙ яңы заманса һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөйбеҙ. Тик һуңғы йылдарҙа ғына Республика онкодиспансерының ҙур корпусын, Республика балалар онкология һәм гематология үҙәген, кардиоүҙәктең хирургия корпусын файҙаланыуға тапшырҙыҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Төбәктә 17 яңы поликлиника төҙөнөк, 15 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һатып алдыҡ.
Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың аҙ һанлы кеше йәшәгән урындарында медицинаны үҫтереүгә иғтибарҙы йүнәлтте.
— Республиканың 40 процентынан ашыу халҡы ауылда йәшәгәнлектән, беҙ әүҙем рәүештә беренсел звеноны нығытабыҙ һәм үҫтерәбеҙ. 2021 йылдан алып 600 яңы ФАП ҡороп ҡуйҙыҡ, ә төбәктә улар бөтәһе ике меңдән ашыу – был Рәсәйҙә иң күбе, – тине Радий Фәрит улы.
Конгреста ҡатнашыусыларға видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко мөрәжәғәт итте. Ул Ғ. Ҡыуатов исемендәне Республика клиник дауаханаһының илебеҙ медицинаһының флагманына әүерелеүен, даими рәүештә “Һаулыҡ һаҡлауҙың сифаты лидеры” федераль конкурсында еңеү яулауын билдәләне.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.