Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 13:32

Компенсацияға алданған

Нефтекамала 76 йәшлек пенсионер ҡатын мутлашыусылар ҡорбанына әйләнгән.  

Компенсацияға алданғанКомпенсацияға алданған
Компенсацияға алданған

Күңелһеҙ ваҡиға билдәһеҙ кешенең шылтыратыуынан башлана. Үҙен «Сәләмәтлек» компанияһы вәкиле итеп таныштырған әҙәм ҡатынға күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн 12 мең һумлыҡ күҙлек тәҡдим итә. Пенсионер ҡатын почта аша тауарға заказ бирә, хаҡын түләй һәм күҙлекте ала. Әммә шунда уҡ ҡатынға шылтыратып, компанияла клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙә боҙоуҙар асыҡланыуы һәм заказсыға 750 мең һум күләмендә түләү ҡаралыуы тураһында хәбәр итәләр. Был компенсацияны алыу өсөн ҡатынды 45 мең һум күләмендә комиссия түләргә күндерәләр. Төрлө һылтауҙар менән (һалым, страховка түләгеҙ һ.б.) аҡса талаптары туҡтамағас, ғариза биреүсе алданыуын аңлай һәм ярҙам һорап полицияға мөрәжәғәт итә. Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Хөрмәтле граждандар! Аҡсаны билдәһеҙ кешегә күсермәгеҙ, хәбәрҙән кодтарҙы атамағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас