Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 10:15

"Иҫән һау йөрөргә яҙһын!"

Ришат Төхвәтуллиндың икенсе улы Райанға бер ай тулған һәм ғаилә сәйәхәткә сыҡҡан.

"Иҫән һау йөрөргә яҙһын!""Иҫән һау йөрөргә яҙһын!"
"Иҫән һау йөрөргә яҙһын!"

Йәш пар бәләкәс бала менән дә юлға сыға башлаған. Был турала Ришат социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һөйләне.
«Хоҙайға тапшырабыҙ ҙа сығабыҙ. Иң яратмағаным – юлда барыу. Әкрен генә, ашыҡмай ғына сығабыҙ», – ти йәш атай.
Бер тапҡыр юл-транспорт һәләкәтенә юлыҡҡас, ул үҙенең айырыуса һаҡ булыуын да әйтә.
«Мин пессимист түгел, әммә һәр ваҡыт һаҡ булырға тырышам. Бер йылды мин дә аварияға эләктем һәм шунан һуң ҡарашым үҙгәрҙе. Юлда һәр ваҡыт һаҡ һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Шуға күрә юлдарҙа имен-аман йөрөргә яҙһын», – тип теләй ул.
Әйткәндәй, беренсе улдары Әлим менән улар балаға 10 көн тулыу менән үк юлға сыҡҡан булғандар.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас