Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 13:06

Боевик ҡатын

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре иҫерек ҡатынды тотҡан. Был ҡатын ултырғыс менән ҡоралланып, тәүҙә иргә һөжүм иткән, аҙаҡ ҡатынды туҡмаған. 

Боевик ҡатынБоевик ҡатын
Боевик ҡатын

Асыҡланыуынса, был ҡатын ире менән бергә таныштарына ҡунаҡҡа килгән. Спиртлы эсемлектәр эскән мәлдә компанияға тағы ике кеше — ир менән ҡатын ҡушылған. Ҡунаҡтар араһында низағ тыуғас, мәжлес атмосфераһы үҙгәргән. Ир кешенең ишекте ныҡ итеп шартлатып ябып инеп, уның ҡыҙын ҡурҡытыуы ҡатынға оҡшамаған.

Ул, ултырғысты алып, ирҙең башына һуҡҡан. Асыуына сыҙай алмай, ирен көнләшеп, табындаш ҡатынға ла һөжүм иткән - уны ныҡ иткәнсе туҡмаған. 

Икенсе көндө зыян күреүсе урындағы дауаханаға һалынған. Суд-медицина экспертизаһы һығымтаһына ярашлы, һаулыҡҡа килтерелгән зыян уртаса ауырлыҡта тип баһалана.

Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 112-се статьяһы 2-се өлөшө (ҡорал сифатында ҡулланылған предметтарҙы файҙаланып, һаулыҡҡа аңлы рәүештә уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереү) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статьяның санкцияһы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү язаһын ҡарай.

Тотолған ҡатын ғәйебен таныған һәм ҡылған ҡылығына үкенә. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә нескәлектәрен асыҡлау буйынса тәфтиш эштәрен дауам итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас