

Кисә Башҡортостандың «Китап» нәшриәте магазинында билдәле башҡорт журналист, «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрованың балалар өсөн ижад иткән китабының исем туйы үтте. Сарала авторҙың хеҙмәттәштәре — радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре, «Тамыр» телеканалы тәрбиәләнеүселәре, яҙыусылар, республика баҫмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Байрамды балаларҙың сығыштары айырыуса йәмләне. Кескәй артистар авторҙың шиғырҙарын ҙур ихласлыҡ менән һөйләне, уларға ижад итергән йырҙарҙы башҡарҙы. Әйткәндәй, "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәренең балалары ла талантлы икән. Атанан күргән - уҡ юнған, тигәндәй, Йәмил Ишмөхәмәтов, Сәриә Рамаҙанова, Вилдан Фәйзуллин, Нияз Әбделғәзиндарҙың балалары рәхәтләндереп Миләүшә инәләренең шиғырҙарын һөйләне. Бөтә республикаға танылған Тайыповтар ғаиләле лә йырлы күстәнәс алып килгән ине.
Яңы китапҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллиналар яҡшы баһа биреп, авторға әҙәбәт юлына фатихаланы. "Аҡбуҙат" журналы исеменән шағирә һәм журналист Миңлегөл Тайсина тәбрикләне.
Миләүшә Ғәлиева-Йәғәфәрованың «Ҡусты алып ҡайтығыҙ» китабы — балалар әҙәбиәтен яңы әҫәрҙәр менән байытҡан баҫмаларҙың береһе. Автор тәүге китабынан уҡ үҙен өлгөрөп еткән, шулай уҡ кескәйҙәр психологияһын яҡшы белгән шағирә итеп танытты. Китаптың исем туйында яңғыраған изге теләктәр уның артабанғы юлына ла фатиха булып, бәләкәй уҡыусыларҙың яратҡан шағирәһенә әүерелеүен теләйбеҙ.