Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 09:55

Бөгөн — теләктәр теләй торған көн!

Яңы Ай тыуғанда бер нисә эште башҡарып ҡалырға ашығығыҙ.

Бөгөн — теләктәр теләй торған көн!Бөгөн — теләктәр теләй торған көн!
Бөгөн — теләктәр теләй торған көн!

Бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 06:27-лә Яңы Ай тыуҙы. Ҡыҙ йондоҙлоғонда булған Яңы Ай тормошҡа үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы ваҡыт тип билдәләнә. Астрологтар фекеренсә, ул ыңғай үҙгәрештәр килтерергә һәм күп кенә башланғыстарҙа ярҙам итергә мөмкин.Тик яңы эштәрҙе Ай күренмәгән ваҡытта түгел, ә күктә бәләкәй ураҡ барлыҡҡа килгәндән һуң башларға кәрәк, тиҙәр. Ай күренмәгән ваҡытта уйҙарҙы тәртипкә килтереү яҡшыраҡ.Был көндө бурыстарҙы ҡайтарып бөтөргә, иҫке әйберҙәрҙе сығарып ташларға тырышығыҙ. Күптән күрмәгән туғандарығыҙға, дуҫтарығыҙға шылтыратып, хәлдәрен белеү өсөн дә бик уңайлы көн. Был көндәрҙә бәхәсләшергә, талашырға яратҡан, энергияғыҙҙы һәм көсөгөҙҙө һурған кешеләр менән аралашмағыҙ.Яңы Ай күренгән ваҡытта өйҙөң таҙа һәм йыйыштырылған булыуы ла мөһим. Иҫке, ватыҡ әйберҙәрҙән арынығыҙ.Ай тыуған көндө теләгән теләктәрҙең тормошҡа ашыуы тураһында ла ышаныс бар. Йортҡа байлыҡ йәлеп итеү өсөн дә был ваҡыт уңышлы.Яңы Ай тыуғанда яҡшы теләктәрегеҙҙе күберәк теләгеҙ, сөнки астрологтар фекеренсә, был осор теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас