Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 13:41

Ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр

Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре кеше урлауҙа һәм законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеүҙә ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алды.

Ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләрАуыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр
Ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, Дәүләкән районы буйынса полиция бүлеге оперативниктары менән берлектә, Росгвардия яугирҙары ярҙамында үткәрелгән оператив-эҙләү саралары барышында шәхескә ҡаршы ауыр енәйәттәр ҡылыуҙа шикләнелгән 32 һәм 27 йәшлек ике урындағы кешене асыҡланы һәм ҡулға алды.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, шикләнеүселәргә урындағы бер ҡатын-ҡыҙ «танышын ҡурҡытыу» үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Иҫерек хәлдә булған енәйәтселәр Ивановка ауылында йәшәүсе 26 йәшлек ирҙе өйөнән көсләп сығарып, машинаға ултыртҡан һәм күрше Романовка ауылына алып киткән. Унда улар зыян күреүсене туҡмаған, бәйләп, ҡаралтыла бик аҫтында тотҡан. Бынан тыш, енәйәтселәрҙең береһе ҡылынған ғәмәлдәрҙе видеоға төшөргән һәм һуңынан уны Интернет селтәрендә баҫып сығарған.

Оператив саралар барышында полиция хеҙмәткәрҙәре был енәйәт тураһында белеп ҡалған. Шикләнеүселәр ҡулға алынған һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының территориаль бүлексәһенә тапшырылған.

Енәйәт эшен тикшергән ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүселәрҙең ағымдағы йылдың май айында ҡылған тағы бер енәйәтен асыҡлаған. Енәйәтселәр икенсе бер ир менән мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау маҡсатында уны ла ҡала ситендәге баҫыуға алып сығып туҡмаған.

Полиция хеҙмәткәрҙәре тәҡдим иткән материалдар буйынса, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 126-сы статьяһының 2-се өлөшө (кеше урлау) һәм 127-се статьяһының 2-се өлөшө (алдан килешеп, төркөм менән, Интернет селтәрендә күрһәтеп, законһыҙ рәүештә иректән мәхрүм итеү) буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.

Әлеге ваҡытта енәйәттәрҙең бөтә сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү һәм оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Ҡулға алынғандар - һаҡ аҫтында.

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

Ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр
Ауыр енәйәттәрҙә ғәйепләнәләр
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас