Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Сентября , 07:00

Аҙна ҡаҙнаһы. Һәр көнөбөҙ ваҡиғаларға бай

Башҡортостанға Абхазия делегацияһы килде. Хеҙмәттәшлек нисек бара? Бадра Гунба нимә тине? "Барыһы ла Еңеү хаҡына!" өндәмәһе беҙҙә нисек эшләй? Радий Хәбировтың юғары позицияла даими ҡалыуының сәбәбе нимәлә? Урмандарға инеүҙе ниңә сикләнеләр? Ошо һорауҙарға яуапты түбәндә эҙләгеҙ.

Аҙна ҡаҙнаһы. Һәр көнөбөҙ ваҡиғаларға байАҙна ҡаҙнаһы. Һәр көнөбөҙ ваҡиғаларға бай
Аҙна ҡаҙнаһы. Һәр көнөбөҙ ваҡиғаларға бай

Уңышлымы, уңышһыҙмы, аҡмы, ҡарамы, йылымы, өшөткөсмө, ғорурландырамы, көйҙөрәме – барыһын да үткәрергә, көслө булып ҡалырға, сәмләнергә, тағы ла ҙурыраҡ маҡсат ҡуйырға тырышабыҙ. Яңылыҡтар менән танышырға яратабыҙ – бармаҡтар иртә менән телефон экранын “һыйпарға” күнеккән. Билдәле инде – һәр кемебеҙ яҡшы хәбәрҙәр көтә. Төрлөһө була...

Тулыраҡ һәм бәғзеләре тураһында ҡыҫҡараҡ – түбәндә.

Дуҫлыҡтың яҡшы өлгөһө

Ошо көндәрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Абхазия Президенты Бадра Гунба етәкселегендә рәсми делегация булып китте. Ҡунаҡтар донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәге эше менән танышты, вуз-ара кампус мөмкинлектәрен ҡараны, эшҡыуарҙар менән осрашты.

Радий Хәбиров Башҡортостан менән Абхазияның хеҙмәттәшлеге тураһында былай тине:

«2030 йылға тиклем Башҡортостан менән Абхазия араһындағы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү буйынса «юл картаһы» эшләй. Ике яҡлы бәйләнештәрҙең төп драйверы – әлбиттә, әүҙем сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек. Был йүнәлештә динамика бик яҡшы. Дүртенсе йыл рәттән тауар әйләнеше арта.

Беҙ фән һәм мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙе күҙаллайбыҙ. Медицина өлкәһендәге хеҙмәттәшлеккә һәм юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Башҡортостан ярҙамында Сухумдағы тарихи Диоскурҙар яр буйын реконструкциялау эштәре лә тамамланып килә.

Абхазияның уникаль географик урыны һәм яҡшы климат шарттары уны беҙҙең граждандарыбыҙ өсөн дә ылыҡтырғыс итә. Өфө менән Сухум араһында тура авиабәйләнеш булмауы арҡаһында уртаҡ туристик проекттарҙы үҫтереүгә тотҡарлыҡ булды. Хәҙер иһә, рейс асылғас, был йәһәттән әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ. Шул иҫәптән “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге” проекты буйынса ла. Ул беҙҙең өлкән йәштәгеләребеҙ өсөн мөһим».

Абхазияла Башҡортостан шифаханаһы ла төҙөлә. Проект Бабушары ауылында (Сухум аэропортынан өс километр алыҫлыҡта) ғәмәлгә ашырыла. Ер участкаһы Башҡортостанға беркетелгән. Шифахана-курорт объекты 90 номерға иҫәпләнгән. Диңгеҙ буйында һаулыҡты нығытыу мөмкинлеге була! Киләсәктә унда әлеге мәлдә ил һағында тороусылар ҙа сәләмәтлеген тергеҙер.

Барыһы ла еңеү хаҡына!

Башҡортостанда ғына түгел, тотош илдә яңғыраған ошо оран һәр кемде һәр эштә берләштерә.

Бүздәк районы дауаханаһында махсус хәрби операция яугирына ҡатмарлы әмәлиәт яһалыуы ла еңеү өсөн ғүмерен фиҙа ҡылған алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ҙур хәстәр һәм яуаплылыҡтың бер күренеше, табиптарҙың әҙерлеге сағылышы.

Яугир ауыр яраланған. Ул экзопротезлауға әҙерләнә. Бының өсөн операция яһау талап ителгән. Табиптар ҡуйыласаҡ протезға идеаль “майҙансыҡ” булдырыу һәм яугирға яһалма ҡорамал менән идара итергә еңеллек тыуҙырыу маҡсатында миопластика (мускулдарҙы махсус ысул менән тегеү) эшләгән.

МХО яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам, иғтибар өҙлөкһөҙ күрһәтелә.

Көсөбөҙҙән килгәнсә

Бадра ГУНБА, Абхазия Президенты:

– Рәсәй Федерацияһы менән мөнәсәбәттәр төҙөү – Абхазия өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Айырыуса Рәсәй төбәктәре менән эшләү ҙур урын биләй. Башҡортостан менән Абхазия араһын тарихи бәйләнештәр нығыта. Һәр тармаҡ буйынса тиерлек юғары системалы кимәлдә үҙ-ара бәйләнеш булдырылған. Башҡортостандан күп нәмәгә өйрәнәһебеҙ бар әле. Беҙ республиканың нисек үҫкәнен, граждандарын даими хәстәрләүҙе күрәбеҙ. Был уны тағы ла көсәйтә, Рәсәйҙең алдынғы субъекты булып ҡалыуына булышлыҡ итә. Беҙҙең йылы мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алғанда, Башҡортостан өсөн бик ҡыуанабыҙ. Яҡшы, асыҡ, бер-беребеҙгә ихтирамлы бәйләнештә ҡалыу өсөн көсөбөҙҙән килгәнсә, тырышабыҙ.

Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе була...

«Минченко консалтинг» коммуникация холдингы ағымдағы йылдың ғинуар-авгусы өсөн Рәсәй төбәктәре башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәре тығыҙлығы индексын баҫтырған. Башҡортостан Башлығы алдынғы урынды биләй – рейтингта дүртенселә билдәләнгән.

Эксперттар фекеренсә, быға Радий Хәбировтың халыҡ-ара эшмәкәрлеген эҙмә-эҙлекле алып барыуы булышлыҡ иткән. Шул уҡ Абхазия етәкселеге менән даими аралашыуға, башҡа сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.

“Берлек-Единство” геосәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге аналитигы Александр КУПЦОВ “Башинформ” агентлығына белдереүенсә, Радий Хәбировтың юғары позиция биләүе республикала төбәк иҡтисади дипломатия булдырылыуы хаҡында һөйләй.

«Бында сит илдәр менән бәйләнеште генә түгел, ә эштең йөкмәткеһен дә иҫәпкә алырға кәрәк. Беҙҙә ул сәнәғәт кооперацияһы, республика продукцияһын танытыуға, таратыуға бәйле осрашыуҙар, туризмды үҫтереү, кадрҙар әҙерләү менән билдәләнә», – тигән эксперт.

Әйткәндәй

* Республикала көндәрҙең, дөйөм алғанда, ҡоро тороуы сәбәпле, урман янғындары хәүефе бар.

Әбйәлил, Әүжән, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Инйәр, Ҡана, Күгәрсен, Тирлән, Учалы һәм Хәйбулла урмансылыҡтары биләмәһендә 28 сентябргә тиклем граждандарға (туристарға, һунарсыларға, шул иҫәптән транспорт менән) урманға инеү сикләнде.

* Башҡортостанда ураҡ дауам итә. Миҙгелдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре һәр ваҡыт уяу, мәлде тота белә, эштең мөһимлеген аңлай.

7 сентябргә ҡарата 2,7 миллион тонна иген йыйып алынған. Уртаса уңыш ҡеүәте гектарынан 28 центнер тәшкил итә.

Әйткәндәй, беҙҙә агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илдәргә һатыу күләме артҡан. Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына өлгәшеүгә үҙ өлөшөн тос итеп индерә.

* Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, ағымдағы йылда һигеҙ муниципалитеттағы 55 баҡсасылыҡ ширҡәтенә дөйөм оҙонлоғо 17,5 саҡрым тәшкил иткән 14 юл яңыртыласаҡ. Коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡтарҙа күп ғаилә йыл әйләнәһенә йәшәй.

“Беҙ быйылға баҡсаларға юлды ремонтлауға бюджетҡа 150 миллион һум аҡса һалдыҡ. Был – республика баҡсасыларына ярҙам буйынса ҙур системалы эштең бер өлөшө генә. Бурысыбыҙ – халыҡҡа уңайлы, хәүефһеҙ шарттар булдырыу”, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Айсын АҠБУЛАТОВА.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас