Был яңы китап йорттары «Ғаилә» милли проекты буйынса төҙөлгән. Моделле китапханалар Асҡын, Ауырғазы райондары үҙәктәрендә, Балаҡатай районының Ямаш ауылында урынлашҡан.
Әйткәндәй, һуңғы биш йылда беҙҙә милли проекттар буйынса 22 яңы быуын китапханаһы асылған. Тағы ла алты муниципалитет 2027 йыл өсөн ғариза биргән.