

Радий Фәрит улы МАКС-тағы каналында яҙыуынса, беҙҙәге зубрҙар һаны 33-кә еткән. Шуларҙың етәүһе Башҡортостанда тыуған.
Күгәрсен районының "Мораҙым" тарлауығы биләмәһендә йәшәгән зубрҙар үҙҙәрен бик яҡшы тоя.
Республика етәксеһе шулай тип яҙған:
«Экологик именлек» милли проекты буйынса тормошҡа ашырған проектыбыҙ уңышлы булды. Беҙ уны тәүҙә ғилми проект булараҡ башлағайныҡ — бөтә эшебеҙҙе Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары оҙатып бара. Әммә был проект туризмды үҫтереү өсөн дә ҙур этәргес көс булып тора. "Мораҙым тарлауығы"на зубрҙарҙы күрергә республикабыҙҙың төрлө районынан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә киләләр. Килеүселәргә уңайлы булһын өсөн, мөһабәт хайуандарҙы күҙәтергә мөмкинлек биргән күҙәтеү майҙансығы булдырҙыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәм: Башҡортостанда зубрҙар үрсетеү идеяһы юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Бер ваҡыт был матур хайуандар республикабыҙ биләмәһендә йәшәгән. Хәҙер беҙ тәбиғәт алдындағы бурыстарыбыҙҙы ҡайтарабыҙ. Бөгөн Күгәрсен районында Рәсәй география йәмғиәтенең республикабыҙҙағы бүлексәһенең эш төркөмө ултырышын үткәрҙек. Унда был йүнәлештә алып барылған ҙур күләмле системалы эштең аралыҡ һөҙөмтәләрен тикшерҙек. Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендәге коллегаларыбыҙҙың тәжрибәһе менән таныштыҡ. Улар Пржевальский атын тәбиғи мөхитенә кире ҡайтарыу менән шөғөлләнә. Республикабыҙҙа ла ошондай башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә шарттар бар. Был мәсьәләне ентекләп өйрәнеп, тейешле эш алып барасаҡбыҙ".
Фото:max.ru/radiyhabirov, МАКС-канал Главы РБ.