

«Октябрьский нефтяник» гәзите хәбәр итеүенсә, турнир Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Ульяновск һәм башҡа өлкәләрҙән 100-гә яҡын ҡатнашыусыны йыйҙы. Дүрт көн дауамында спортсылар 20 ауырлыҡ категорияһында көс һынашасаҡ.
Владислав Новицкийҙың исеме Октябрьскийҙағы бокс тарихы менән айырылғыһыҙ бәйле. Ул 2004 йылда ҡаланың Бокс федерацияһын етәкләй һәм урындағы спортсыларҙың киләсәк еңеүҙәренә нигеҙ һала. Уның етәкселегендә бокссылар яңы кимәлгә сыға. Леонид Костылев Рәсәй йыйылма командаһы составына инә. 19 йәшендә ул ир-егеттәр араһында Рәсәй чемпионы титулын һәм Европа чемпионы исемен яулай, Октябрьский тарихында беренсе халыҡ-ара класлы спорт мастеры була.
Владислав Новицкий ҡала халҡы тарафынан талантлы функционер булараҡ ҡына түгел, Ә Октябрьский пассажирҙар автотранспорты предприятиеһы етәксеһе булараҡ та хәтерҙә ҡалған шәхес.
"Владислав Николаевичтың ҡала тормошона индергән өлөшө күп яҡлы булды. Ул күсмә ярыштарҙы ойоштороуҙа ярҙам итеп, спортсыларға ғына баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтеп еенә ҡалманы, шулай уҡ һәр ваҡыт ветерандарға һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү мөмкинлеген таба ине», — тине ярыштарҙы асыу тантанаһында Октябрьский хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский. Башҡортостан Бокс федерацияһының генераль директоры урынбаҫары Рита Йәмилева, почетлы ҡунаҡ булып сығыш яһап, бокс дисциплина, характер һәм дәғүәсегә хөрмәт тәрбиәләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Әлеге ярыштарҙың үҙенсәлеге булып ҡыҙҙарҙың ҡатнашыуы тора. Октябрьскийҙың «Раунд» бокс федерацияһы рәйесе Азат Гәрәев билдәләүенсә, ҡатын-ҡыҙҙар боксына ҡыҙыҡһыныу Октябрьскийҙың WBA asia чемпионы Азалия Әминеваның уңышлы сығыштарынан һуң арта.
«Рәсәйҙең халыҡ- ара класлы спорт мастеры, профессиональ бокс буйынса WBA Asia чемпионы Азалия Әминеваның уңышы ҡатын-ҡыҙҙар боксын үҫтереүгә этәргес бирҙе. Октябрьскийҙа эшләгән алты бокс клубының һәр береһендә ҡыҙҙар бар, унда төрлө йәштәге 600-гә яҡын кеше шөғөлләнә", - тине Азат Гәрәев. Нефтекаманан ярыштарҙың баш судьяһы Роберт Ғүмәров, тәрбиәләнеүселәрен Октябрьскийға беренсе йыл ғына алып килмәй, урындағы бокстың юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм бай традицияларын билдәләй. "Октябрьскийҙа ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергәндәрҙе хөрмәтләп иҫкә алыуҙары һоҡландыра. Бында донъя кимәлендәге саралар һәм көслө бокс ярыштары үткәрелә. Азалия Әминева, Леонид Костылев, Иван Абрамов кеүек бокс ы һәр ҡалала ла юҡ. Был йәштәргә тиңләшергә кәрәк», — ти ул.