

Йылы осор (10 – 22 сентябргә тиклем): Көндөҙ һауа температураһы +20 градусҡаса һәм унан да юғарыраҡ күтәреләсәк — иң уңайлы көн торошо 11, 15 һәм 18-нән 22 сентябргә тиклем көтөлә. Айҙың беренсе яртыһындағы башҡа көндәрҙә термометр бағанаһы көндөҙ +16 градустан түбән төшмәйәсәк. Был осорҙа төндә лә йылы буласаҡ — +10-дан +13 градусҡа тиклем.
Һалҡын осор (23 – 30 сентябрь): Айҙың һуңғы аҙнаһы ысын көҙ һулышын ҡайтарасаҡ. 23-нән 25 сентябргә тиклем температура кинәт түбәнәйәсәк: төндә һауа температураһы нуль градусҡаса төшәсәк, ә көндөҙ +12 градус тирәһе буласаҡ.
Шулай ҙа унан һуң «әбейҙәр сыуағы» башланасаҡ: 26-нан 30 сентябргә тиклем көндөҙ ҡабаттан +16…+18 градусҡаса йылытасаҡ. Шул уҡ ваҡытта төндәр инде ысынлап та һалҡынса буласаҡ — +2-нән +5 градусҡа тиклем. Бындай үҙгәреүсән көн торошо октябрь башында ла һаҡланасаҡ.