Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентября , 15:34

Ашығыс эҙләү!

Өфө районы полицияһы хәбәрһеҙ юғалған 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ашығыс эҙләү!Ашығыс эҙләү!
Ашығыс эҙләү!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлеге тарафынан бәлиғ булмаған Голинская Александра Сергеевна (2012 йылғы) эҙләнә.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ Өфө районының Зубов ауыл советы биләмәһендә, «За здоровый отдых» баҡсасылыҡ ширҡәтендә йәшәй. Ул 7 сентябрҙә өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ.

Юғалған ҡыҙҙы эҙләү менән енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре, участка вәкилдәре, шулай уҡ полицияның башҡа подразделениелары шөғөлләнә. Эҙләү тураһындағы мәғлүмәт яҡындағы бөтә эске эштәр органдарына ебәрелде.

Оператив-эҙләү саралары барышында асыҡланыуынса, юғалған ҡыҙҙың ҡайҙа булыуы тураһында уның таныштарының береһе белергә мөмкин, әле уның кемлеге асыҡлана.

Әгәр һеҙ был йәш егетте фотоһүрәт буйынса таныһағыҙ йәки Александраның ҡайҙа булыуы тураһында мәғлүмәтегеҙ булһа, зинһар, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итегеҙ:

  Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө районы буйынса бүлегенең дежур часы: 279-49-34, 8-999-741-12-15 (тәүлек әйләнәһенә)
  Енәйәт эҙләү бүлеге: 279-26-90
  Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны: 279-32-92

Шулай уҡ мәғлүмәтте 02 (кеҫә телефонынан — 102) номерына йәки иң яҡын полиция бүлегенә хәбәр итә алаһығыҙ.

Фото: https://web.max.ru/-69583385867562

 

Ашығыс эҙләү!
Ашығыс эҙләү!
Автор:Баныу Ҡаһарманова