Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября , 04:00

Хаталарға үкенестәр

 Хаталарға үкенестәр Йөрәктәрҙе өтә бит ул… Был донъяла бөтәһе лә Үтә бит ул, үтә бит ул…

Добавить в предпочтительные источники Google
Хаталарға үкенестәрХаталарға үкенестәр
Хаталарға үкенестәр

Шатлыҡтарҙан шашҡан саҡтар
Йылдар үткәс, иҫтә бит ул…
Нисек кенә шатланһаң да,
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Һағыштар ҙа, ҡайғылар ҙа
Ҡайтмаҫ өсөн китә бит ул..
Сабыр итеп үткәр генә!
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Мөхәббәттең ярһыуҙары
Ғүмер буйы иҫтә бит ул…
Янып-көйөп яратһаң да
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Нисек кенә йәшәһәң дә,
Ахырҙары етә бит ул…
Матур итеп йәшәп үткәр –
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Бөтәһе лә үтә бит ул...
 Фирүзә Абдуллина

 

Хаталарға үкенестәр
Йөрәктәрҙе өтә бит ул…
Был донъяла бөтәһе лә
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Шатлыҡтарҙан шашҡан саҡтар
Йылдар үткәс, иҫтә бит ул…
Нисек кенә шатланһаң да,
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Һағыштар ҙа, ҡайғылар ҙа
Ҡайтмаҫ өсөн китә бит ул..
Сабыр итеп үткәр генә!
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Мөхәббәттең ярһыуҙары
Ғүмер буйы иҫтә бит ул…
Янып-көйөп яратһаң да
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Нисек кенә йәшәһәң дә,
Ахырҙары етә бит ул…
Матур итеп йәшәп үткәр –
Үтә бит ул, үтә бит ул…

 

Бөтәһе лә үтә бит ул...

 

Фирүзә Абдуллина

Автор:Гөлнара Солтанова