Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября , 10:25

Элвиндан бындайҙы бер кем дә көтмәгән ине

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, миллионлаған тамашасыға Элвин Грей булараҡ танылған Радик Юлыяҡшин үҙенең ҡылығы менән йәнә барыһын да шаҡ ҡатырҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Элвиндан бындайҙы бер кем дә көтмәгән инеЭлвиндан бындайҙы бер кем дә көтмәгән ине
Элвиндан бындайҙы бер кем дә көтмәгән ине

 Ул яңы концерт миҙгеле башланыр алдынан сәхнә образын масштаблы яңыртыу тураһында хәбәр итте.

Рәсәй буйлап ҙур гастроль туры алдынан йырсы Филипп Киркоров һәм башҡа билдәле эстрада йондоҙҙары өсөн эксклюзив кейемдәр ижад итеүсе дизайнер Игорь Гуляевтың Мәскәүҙәге ательеһында булды. Артист был визиты һәм көтөлгән сюрприздар тураһында үҙенең социаль селтәрҙәрендә һөйләне.

«Яңы миҙгелдә һеҙҙе ғәжәпләндерер өсөн үҙенсәлекле кейем әҙерләйбеҙ. Ул стилле һәм матур буласаҡ!» — тип яҙҙы Радик Юлыяҡшин..

Йырсының Игорь Гуляев менән хеҙмәттәшлеге оҙайлы булыуы билдәле. Быға тиклем дә Элвин Грей тап ошо модельерҙың эшмәкәрлеге уның гардеробына индивидуаль, сағыу булып ҡалырға һәм артисты сәхнәлә айырып торған үҙенсәлекле деталдәр менән байытырға мөмкинлек биреүен күп тапҡырҙар һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.

Яңы кейемде ижад итеү мәле видеоға ла эләккән. Куртка үлсәп ҡараған ваҡытта Игорь Гуляев йырсыға ошолай ти:

«Беренсенән, беҙ һинең менән стиллебеҙ. Икенсенән, талантлыбыҙ. Өсөнсөнән, тыйнаҡбыҙ».

Дизайнер шулай уҡ фанаттар өсөн дә ижади башланғыс тәҡдим итте. Ул буласаҡ турҙың һәр ҡалаһында Радикты ҡаршылаусыларҙың барыһын да сәхнә костюмдарының премьераһын теркәп ҡалдырыу өсөн ошо яңы образдағы артист менән бергә фотоға төшөргә саҡырҙы.

Быға тиклем дә топ-артистарҙың Игорь Гуляев менән хеҙмәттәшлеге киң мәғлүмәт сараларында ҙур резонанс тыуҙыра һәм Рәсәй эстрадаһында мода трендтарын билдәләй ине. Күрәһең, яңы миҙгел башҡорт йырсыһының карьераһында иң сағыуҙарҙың береһе булырға вәғәҙә итә. Йырсының тизерын тамашасылар комментарийҙарҙа әүҙем тикшерә һәм Элвин Грейҙың тағы ниндәй сюрприздар әҙерләүе тураһында фаразлай. Яңы образдарҙың премьераһын яҡын арала уҡ артистың концерттарында күҙәтергә мөмкин буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова