Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября , 10:10

Башҡортостанға ҡурҡыныс дауыл килә

  Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс иҫкәртеү хәбәрҙәре ебәрә. Ел үтә ныҡ көслө буласаҡ. Иртәгә өйҙән сыҡмауығыҙ яҡшыраҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанға ҡурҡыныс дауыл киләБашҡортостанға ҡурҡыныс дауыл килә
Башҡортостанға ҡурҡыныс дауыл килә

Иртәгә, 9 сентябрҙә, Башҡортостанда һауа торошоноң насарайыуы көтөлә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Көндөҙ республикала йәшен ваҡытында елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе, ә төнөн һәм иртән күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем кәмеп томан төшөүе фаразлана.

Республикала һауа температураһы төнөн +7, +12°С, көнсығышта +2°С-ҡа тиклем, көндөҙ +14, +19°С буласаҡ.

Автор:Гөлнара Солтанова