Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентября , 13:53

Ҡазандан - еңеү менән!

Оҫта ҡуллы, милләт йәнле гүзәл заттарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!  

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡазандан - еңеү менән!Ҡазандан - еңеү менән!
Ҡазандан - еңеү менән!

4 - 6 сентябрҙә Ҡазанда тәүге тапҡыр “Рәсәй халыҡтарының традицион кейеме” Бөтә Рәсәй фестивале үтте. Унда илдең 20 төбәгенән, шул иҫәптән, Донецк Халыҡ Республикаһынан, Белгород өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән йыйылған 400-ҙән ашыу оҫталар, дизайнерҙар һәм ижади коллективтар ҡатнашты.

Был конкурс-фестивалдә Башҡортостан данын 14 оҫтанан торған делегация яҡланы. Һәм һынатманылар!!!

Сәғиҙә Йәнбирҙина – "Костюм аксессуарҙары" номинацияһында Гран-при, Айгөл  Сәйфуллина 1-се, Зөлфиә Краснова 3-сө урын;

Әлфинә Ғәбиҙуллина – "Этнографик костюм" номинацияһында 1-се, Ләйсән Мөхәмәтйәрова һәм Фәнүзә Аллағолова 3-сө урын!

Рәхмәт һеҙгә, уңғанбикәләр!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова