Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября , 09:35

Тыуған көндәре сентябрҙә булған...

Нефтекама биләмәһендәге Әмзә ауылында янғында һәләк булған өс баланың да тыуған көндәре сентябрҙә булған...

Добавить в предпочтительные источники Google
Тыуған көндәре сентябрҙә булған...Тыуған көндәре сентябрҙә булған...
Тыуған көндәре сентябрҙә булған...

Бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әмзә ауылында (Нефтекама) янғында өс баланың һәләк булыуын тикшерергә ҡушты. Балалар өйҙә яңғыҙ була, ғаилә имен булмаған, иҫәптә торған, янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡорамал һүндерелгән...

Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты ултырышы үткәрелгән, зыян күреүселәргә ярҙам ойошторолған. Балаларҙы ерләүҙе ҡала хакимиәте үҙ өҫтөнә аласаҡ. Хәбиров хәүефһеҙлек системаһының ни өсөн эшләмәүен асыҡлауҙы һәм урындағы властарҙың имен булмаған ғаиләләрҙе контролдә тотоу буйынса эшен тикшереүҙе талап итте.

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова