

Ул акцияны тормошҡа ашырыу осорона ҡуйылған бөтә бурыстарҙың үтәлгәнен билдәләне. Быйыл апрелдән алып 4 сентябргә тиклем мобиль табип бригадалары 401 тораҡ пунктта 179 573 тикшереү үткәргән, бик күп ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлаған. Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Хәйбулла, Салауат, Дыуан, Бөрө һәм Шаран райондарына киләсәк, тип хәбәр итте министр.
Фото: Олег Яровиков, Башинформ.